10:50 (UTC+5), 17 Июля 2018

Ел секундына 20 метрға етә. Төбәктә дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр

Ксения Калинина
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Синоптиктар Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртте. Ул шаршамбы, 18 июлдә, төбәктә елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе менән бәйле. Юлдарҙа урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Күк күкрәгәндә урамда булһағыҙ, ер аҫты үткәүелендә, магазинда, йорт подъезында йәшенеп тороу яҡшыраҡ.
Бер ниндәй осраҡта ла реклама таҡталары, ваҡытлыса төҙөлөштәр, ағастар, автобус туҡталыштары артына йәшенмәгеҙ; электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға тейеү тыйыла.
Әгәр тәбиғәттә булһағыҙ, соҡорҙа, тауҙың һөҙәк урынында йәшенергә, ҡоро соҡорға йәки траншеяға инеп ултырырға кәрәк. Дауыл ваҡытында һыу инеү үтә хәүефле.
Йүгермәү, сәбәләнмәү һәм тығыҙ төркөм менән хәрәкәт итмәү зарур.
Машинала булһағыҙ, туҡтап, тәҙрәләрҙе ябып, эстә ҡалыу хәйерлерәк.
Насар һауа торошо өйҙә булған саҡта башланһа, ишек-тәҙрәләрҙе ябырға, көслө елдә тәҙрәне асып, быяланы ярмаһын өсөн келәһен тикшерергә кәрәк. Шул уҡ сәбәп буйынса ҡорғандарҙы ябырға, улар осоп килгән быяла юлында тәүге тотҡарлыҡ булып тора ала, сөнки көсәйгән елдең тәҙрәгә ауыр әйбер ташлауы ихтимал.
Дауылда балаларға урамда ҡалырға ярамай.
Бөтә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында «101» (мобиль телефондан), 01 (ҡала телефонынан) номерҙары буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1187066-veter-do-20-metrov-v-sekundu-v-bashkirii-obyavili-shtormovoe-preduprezhdenie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика