04:20 (UTC+5), 16 Июля 2018

Рөстәм Хәмитов Курчатов институтында булды

«Курчатов институты» милли тикшеренеүҙәр үҙәгенең матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәгендә (ғилми тикшеренеү үҙәге) булды.
Төбәк етәксеһе Курчатов нано, био, мәғлүмәти, когнитив һәм социогуманитар тәбиғигә оҡшаш технологиялар комплексы лабораторияларында булды, ядро медицинаһы, генетик технологиялар өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән танышты, виварийҙы, аҡһым фабрикаһын, зонд һәм электрон микроскопия комплексын, нейрокогнитик тикшеренеүҙәр, ядро-физик тикшеренеү алымдары, синхротрон-нейтрон тикшеренеүҙәр комплексының ресурс үҙәген ҡараны.
Һуңынан республика Башлығы «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук менән осрашты. Осрашыу барышында улар ғилми хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен тикшерҙе.
Атап әйткәндә, һүҙ республика бер нисә йыл рәттән юғары уңыш алған иген эшкәртеү өсөн үҙәктең биотехнологиялар өлкәһендәге компетенциялары хаҡында барҙы. Улар нигеҙендә сәнәғәт микроорганизмдары һәм технологиялар ярҙамында артыҡ игенде төрлө юғары сиктәге биологик һәм химик субстанцияларға эшкәртергә мөмкин.
Яҡтар берләштерелгән эш төркөмө булдырыу хаҡында килеште. Ул Башҡортостан Республикаһы һәм Курчатов институты өсөн ике яҡлы ҡыҙыҡлы һәм перспективалы өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләйәсәк. Улар иҫәбендә – Башҡортостан Фәндәр академияһының ғилми институттары менән тәбиғигә оҡшаш технологияларҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлек, төбәктең юғары уҡыу йорттары менән уртаҡ дисциплина-ара белем биреү программалары, 38 Мәскәү мәктәбе ҡатнашҡан дисциплина-ара Курчатов мәктәп проектын булдырыу буйынса тәжрибә уртаҡлашыу.
Уникаль ғилми-технологик базаһына һәм атом энергетикаһынан тәбиғигә оҡшаш технологияларға тиклек төрлө өлкәләрҙәге ғәйәт ҙур ғилми асыштар тәжрибәһенә эйә Курчатов институты кеүек илдең шундай ҙур ғилми үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү Башҡортостан өсөн бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1186144-rustem-khamitov-posetil-kurchatovskiy-institut/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика