07:00 (UTC+5), 16 Июль 2018

Биш өлкән ғауға ҡуптарыусыны һәм баланы «Өфө — Мәскәү» рейсынан төшөргәндәр

асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Был хәл 15 июлдә иртәнсәк булған. «Интерфакс» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, эскән килеш ғауға ҡуптарған өсөн «Өфө — Мәскәү» рейсынан алты кешене, шул иҫәптән һигеҙ йәшлек бала менән ғаиләне төшөргәндәр.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, пассажирҙар Мәскәүгә осор алдынан кафела ултырған, спиртлы эсемлекте саманан тыш эскән һәм самолетҡа күтәрелгәс, Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 4-тәр тирәһендә үҙҙәрен насар тота башлаған», — тип хәбәр итә агентлыҡ үҙ сығанағына һылтанып.
S7 авиакомпанияһының һауа судноһы командиры холҡһоҙ пассажирҙарҙы самолеттан төшөрөп ҡалдырырға ҡарар ҡабул иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп сыҡҡан хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
http://www.bashinform.ru/news/1186323-pyat-vzroslykh-i-rebenka-snyali-s-reysa-ufa-moskva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика