09:50 (UTC+5), 16 Июля 2018

Башҡортостанда Рөстәм Хәмитовтың 300 мең һум түләү тураһындағы Указы пландан арттырылып үтәлә

Карина Камаева
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда беренсе балалары тыуған ғаиләләргә бер тапҡыр социаль түләү биреү буйынса план арттырылып үтәлгән. Ошо хаҡта төбәк Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында»ғы Указға 2017 йылдың 9 мартында ҡул ҡуйҙы. Документ беренсе балалары тыуған төбәк халҡына 300 мең һум бүлеүҙе күҙ уңында тота. Баштағы иҫәптәр буйынса, өс йыл дауамында ике мең ғаиләгә социаль түләү биреү ҡаралғайны. Әммә был норматив 2017 йылда уҡ артып китте. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 5 меңдән ашыу ғаилә ҡатнашырға ғариза биргән, уларҙан 4 964 ғаилә сарала ҡатнашыусы тип танылған, 1750 ғаилә – таныҡлыҡ, 1 452 ғаилә аҡсалата түләү алған.
Июль башында бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә дәғүәсе ғаиләләр исемлеге киңәйтелде. Республика Башлығына килгән байтаҡ мөрәжәғәттәрҙән һуң, программаға инеү шарттары йомшартылды. 300 мең һумлыҡ түләүгә дөйөм алғанда 8 мең самаһы ғаилә иҫәп тота ала, тип күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1186589-v-bashkirii-ukaz-rustem-khamitova-o-vyplate-300-tysyach-rubley-realizuetsya-s-perevypolneniem-plana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика