10:45 (UTC+5), 13 Июля 2018

Өфөлә Паллиатив ярҙам үҙәген Октябрь проспекты һәм Зорге урамы араһында төҙөргә күҙаллайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 90-дан ашыу Өфө гражданы паллиатив ярҙам үҙәге төҙөлөшөнөң проекты буйынса асыҡ тыңлауҙарға йыйылды. Поликлиника, диагностика, химия терапияһы, онкологик ауырыуҙарҙы реабилитациялау бүлектәре һәм операция блогы менән стационарҙы – алты ҡатлы бинаны - Шәфиев, Рихард Зорге, Фән урамдары һәм Октябрь проспекты араһындағы кварталда төҙөү күҙаллана.
«Проектланған участкала күп ҡатлы йорттар, дәүләт власы органдары, колледж, банктар, офистар, сауҙа предприятиелары, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы урынлашҡан. Проект күгәрсен кетәгенән, тимер һәм капиталь ер аҫты гараждарынан тыш хәҙер буған биналарҙы ҡалдырыуҙы күҙ уңында тота», — тип хәбәр иттеләр асыҡ тыңлауҙарҙа.
Паллиатив ярҙам үҙәге төҙөү тураһында быйыл яҙғыһын һөйләй башланылар. Ул саҡта республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы төбәккә был проектҡа 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға әҙер инвесторҙың килеүен белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1186057-tsentr-palliativnoy-pomoshchi-v-ufe-planiruyut-postroit-v-kvartale-mezhdu-prospektom-oktyabrya-i-uli/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика