12:35 (UTC+5), 12 Июля 2018

Төбәктәге дүрт бина архитектура ҡомартҡылары исемлегенә ингән

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы архитектура ҡомартҡылары исемлегенә дүрт бинаны индереү тураһында бойороҡ сығарҙы.
Улар иҫәбендә – Өфөлә Аксаков урамындағы 73-сө йортта Башҡорт дәүләт педагогия университетының дөйөм ятағы, Благовещенда Ленин урамы, 1/1 адресы буйынса урынлашҡан Земство дауаханаһы бинаһы, Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылындағы мәсет, Асҡын районының Михайловка ауылындағы Михаил-Архангел сиркәүе.
25 июндә бойороҡҡа ҡул ҡуйылған һәм 11 июлдә республиканың рәсми хоҡуҡи порталында баҫылып сыҡҡан.
Бина хужаларына һәм Росреестр идаралығына тейешле белдереү хаттары ебәрелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1185394-chetyre-zdaniya-v-bashkirii-popali-v-spisok-pamyatnikov-arkhitektury/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика