06:30 (UTC+5), 12 Июля 2018

Республикала йәшәүселәр балаларына йышыраҡ футболсыларҙың исемдәрен ҡуша башлаған

РИА Яңылыҡтар, Алексей Филиппов
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Футболға мода үҙ емештәрен бирҙе: Башҡортостанда сабыйҙарға йышыраҡ Рәсәй йыйылмаһы футболсыларының исемдәрен ҡуша башлағандар.
«14 июндән бөгөнгө көнгә тиклем Артем Дзюба хөрмәтенә Стәрлетамаҡта – ете Артем, Иглин районыда – ике Артем, Учалыла Андрей Головин һәм Сергей Игнашевич хөрмәтенә Андрейҙар һәм Сергейҙар теркәлгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.
Ҡыйғы районында Роналдоға оҡшаш Ринальдо исемле малай донъяға килгән.
2018 йылда Башҡортостанда ата-әсәләр балаларына икеләтә исемдәр ҡуша башлаған: Александра-Эмилия һәм Александра-Амалия — апалы-һеңлеле, Әли-Йән, Руслан-Амаль, Мөхәммәд-Йәзид, Марк-Ямач, Эрнест-Текин, Абдул-Кәрим.
http://www.bashinform.ru/news/1185357-trend-chm-2018-zhiteli-bashkirii-stali-chashche-nazyvat-detey-imenami-futbolistov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика