09:15 (UTC+5), 12 Июля 2018

Башҡортостанда әүҙем ғаиләләр 600 мең һум ота ала

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башланыуы тураһында иғлан иттеләр. Төбәк Хөкүмәте бойороғона ярашлы, социаль әүҙем ғаиләләр араһында «Өлгө ал» конкурсы 2018 йылдың 15 ноябренә тиклем үтә.
Әлеге ваҡытта шарттары һәм комиссия составы раҫлана.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына еңеүсегә еңел автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтергә ҡушылған. Аҡсаны Башҡортостан Хөкүмәтенең резерв фондынан алыу күҙалланған.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән 2018 йыл Башҡортостанда «Ғаилә йылы» тип иғлан ителгән. Ғаиләләргә ярҙам итеүгә төбәктә республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумдан ашыу бүленә.
http://www.bashinform.ru/news/1185493-v-bashkirii-aktivnye-semi-mogut-vyigrat-600-tysyach-rubley-prinyav-uchastie-v-konkurse/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика