10:30 (UTC+5), 12 Июля 2018

Баш ҡалала Ҡорбан байрамына ҡорбан салыу йолаһы өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнгән

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнгән, ул - Өфөләге Октябрь районының Зинин ҡасабаһында урынлашҡан «Ҡарауан» сауҙа үҙәге алдында.
Был ҡарар әхлаҡи һәм санитария нормаларын үтәү маҡсатында республиканың Ветеринария идаралығы мөрәжәғәте менән бәйле ҡабул ителгән.
Изге Ҡорбан байрамын мосолмандар быйыл 21 августа билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ул рәсми рәүештә ял көнө тип иғлан ителгән. Был көндө дин тотоусылар табыныу ниәте менән Аллаһҡа йөрәк менән яҡынайыр өсөн малды ҡорбан итеп сала. Уҙған йылдарҙа байрамға малды ҡаланың 18 мәсете биләмәһендә салдылар.
Ҡорбан байрамына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса күсмә кәңәшмә ҡатнашыусылары берҙәм ҡорбан салыу майҙансығында сүп-сар һәм артабан биологик ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү өсөн контейнерҙар ҡуйыу, ялан кәртә урынлаштырыу схемаһын төҙөү кәрәклеген билдәләне. Һүҙ шулай уҡ был көндәрҙә Өфөнән Зинин ауылына һәм кирегә пассажирҙар маршруттарын арттырыу хаҡында барҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1185642-v-ufe-opredelena-edinaya-ploshchadka-dlya-obryadov-zhertvoprinosheniya-na-kurban-bayram/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика