Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2018, 17:35

Ҡабул итеү кампанияһы-2018: Башҡортостан абитуриенттары нимә һайлай һәм ҡайҙа иң ҙур конкурс

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһының иң ҡыҙыу мәле. Юғары йорттар коридорҙарында абитуриенттарҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең әүҙемлеге күҙәтелә. Ғаризалар ағымы көндән-көн арта бара. «Башинформ» агентлығы кисәңге уҡыусыларҙың ҡайҙа уҡырға инеүен һәм ҡайҙа иң ҙур конкурс булыуын асыҡланы.
Башҡорт дәүләт университеты
Башҡорт дәүләт университетына 14,3 меңдән ашыу ғариза тапшырылған, шул иҫәптән бюджет урындарға – 10 мең тирәһе, ҡалғаны – коммерцияға. Әле бушлай уҡыуға конкурс 11,7 тәшкил итә.
Буласаҡ студенттарҙа өҫтөнлөклө: биология факультеты («биотехнологиялар» әҙерлек программаһы – бер урынға 15 кеше, биология – 9); география факультеты – бер урынға 15 кеше; инженерлыҡ факультеты («технологик машиналар һәм ҡорамалдар» профиле – 14,6). Тарих һәм дәүләт идаралығы институтында – бер урынға 20 кеше. Ғәҙәттәгесә «юриспруденция» йүнәлешенә ғаризалар күп тапшырылған: 14 бюджет урынына әлегә 30 ғариза бирелгән. Иҡтисад институтында «иҡтисад» программаһына конкурс ҙур: 10 бюджет урынына 450 ғариза. Математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты: «ҡулланма информатика» профиле – бер урынға 17 кеше (25 бюджет урыны); «ҡулланма математика һәм информатика» - 20. Физика-техника институты: «геологик тикшеренеү технологияһы»на конкурс бер урынға 13 кеше, бында 16 бюджет урыны; «радиофизика» — бер урынға 10 кеше, «мәғлүмәти коммуникация технологиялары һәм элемтә системалары» — бер урынға 12 кеше.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
2018 йылда иң ҙур конкурс художество-графика факультетында: йүнәлеш – дизайн, профилдәр – «мөхит дизайны, график дизайн» - бер урынға 17 кеше; тәбиғи-графика факультетында: йүнәлеш – биология, профиль «биоэкология» — 13,7, «генетика» — 13,6; филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институнда: йүнәлеш – лингвистика, «тәржемә һәм тәржемә итеү фәне (инглиз, немец һәм француз телдәре)» профиле — 13,4; тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү институтында: йүнәлеш – педагогик белем биреү, «йәмғиәтте өйрәнеү һәм һайлау буйынса профиль» — 12,6; педагогик белем биреү «тарих һәм һайлау буйынса профиль» — 10,8.
Бөгөнгө көнгә тарих һәм хоҡуҡи белем биреү институтына 830 ғариза ҡабул ителгән; һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтына һәм филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институтына – 778; педагогика институтына – 776; тәбиғи-география факультетына – 743 ғариза.
Башҡорт дәүләт медицина университеты
Иң ҙур конкурс «фармация» һөнәренә: бер урынға 22,1 кеше. Артабан килә стоматология – бер урынға 20 кеше һәм медицина-профилактика эше – 17,5. Һәр йүнәлешкә 30-шар бюджет урыны бүленгән.
«Дауалау эше» һөнәренә 325 бюджет урынына 866 ғариза тапшырылған, конкурс – бер урынға 2,6 кеше; «педиатрия» — 240 бюджет урынына әлегә 1177 кеше дәғүә итә, конкурс – бер урынға 4,9 кеше.
Башҡорт дәүләт аграр университеты
Быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетына көндөҙгө уҡыу бүлегенә бакалавриатҡа һәм белгеслеккә 483 төп конкурс (бюджет) урыны һәм магистранттар өсөн 196 бюджет урыны бүленгән.
Әле ҡабул итеү комиссияһы бакалаврҙар/белгестәр әҙерләү программаһына 4000-дән ашыу ғариза ҡабул иткән. Ғәҙәттәгесә «Йылылыҡ энергетикаһы һәм йылылыҡ техникаһы» (400-ҙән ашыу ғариза, конкурс бер урынға 11 кеше), «Ер төҙөлөшө һәм кадастрҙар» (300 һәм 10), «Агроинженерия» (250 һәм 6), «Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау» (220 һәм 12), «Ветеринария» (250 һәм 5), «Аҙыҡ-түлек технологияһы һәм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу» (200 һәм 7), «Төҙөлөш» (250 һәм 16) кеүек йүнәлештәр алдынғы килә.
Ағымдағы йылда «Агрономия», «Зоотехния» һәм «Агроинженерия» кеүек профилле ауыл хужалығы йүнәлештәренә ғаризалар һаны былтырғы кимәлдән артып киткән һәм конкурс бер аҙ күтәрелгән. Юғары уҡыу йорто буйынса уртаса конкурс бер урынға 7 кеше тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда уҡырға инеүгә ризалыҡ тураһында ғаризалар тапшырыу күрһәткесе яҡынса 20 процентҡа юғары.
Магистрҙар әҙерләү программаларына ғаризалар ҡабул итеүгә килгәндә, бында алдынғылар – «Агроинженерия», «Тәбиғәтте төҙөкләндереү һәм һыу менән файҙаланыу», «Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау», «Урман эше». Яңы магистратура әҙерлек йүнәлештәренә ҡабул итеү асылған, улар - «Төҙөлөш», «Йылылыҡ энергетикаһы һәм йылылыҡ техникаһы», «Ер төҙөлөшө һәм кадастрҙар», «Ер өҫтө транспорт-технологик комплекстар», «Ландшафт архитектураһы».
Юғары уҡыу йортонда билдәләүҙәренсә, бюджеттан тыш (түләүле) урындарға уҡырға инеүселәргә БДИ һөҙөмтәләренән һәм вуз олимпиадаларында ҡатнашыуҙан белем алыуға түләү хаҡы үҙгәрә.
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Өфө дәүләт авиация техник университетында быйыл абитуриенттар араһында тәүге биш һөнәргә инә: информатика һәм иҫәп техникаһы – бер урынға 8,7 кеше; ҡулланма информатика – 11; мәғлүмәти хәүефһеҙлек – 7,4, йылылыҡ энергетикаһы һәм йылылыҡ техникаһы – 13,5; энергетик машина эшләү – 7,9.
Әлегә абитуриенттарҙан 11 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Өфө дәүләт авиация техник университетында бакалавриатҡа һәм белгеслеккә дөйөм бюджет урындары иҫәбе: 1231.
Авиация университетында БДИ һөҙөмтәләре буйынса 200-ҙән ашыу балл йыйған беренсе курс студенттары юғары стипендия ала. Балл ни тиклем юғары булһа, шул тиклем стипендия ла юғары, тип аңлаттылар юғары уҡыу йортонда.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Ҡабул итеү комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө дәүләт сәнғәт институтына төрлө формаларға, программаларға һәм белем алыу шарттарына, шул иҫәптән әҙерлек бүлегенә йәмғеһе 400-ләгән ғариза тапшырылған. Яңы уҡыу йылында вузға бакалавриат, белгеслек, магистратура программалары буйынса йәмғеһе 95 бюджет урыны бүленгән.
Ижади абитуриенттарҙа конкурс киләһе рәүештә бүленгән: беренсе урында – бейеү сәнғәте – бер урынға 9,5 кеше; икенселә – театр режиссураһы – бер урынға 7 кеше; өсөнсө баҫҡысты актерлыҡ сәнғәте (драма театры һәм кино артисы) биләй – бер урынға 6 кеше; артабан килә театр сәнғәте белеме – бер урынға 4,5 кеше; йыр башҡарыу, шул иҫәптән эстрада-джаз йырлау, опера йырлау сәнғәте – бер урынға 3 кеше; академик хор менән дирижерлыҡ итеү – бер урынға өс кеше; һынлы сәнғәт – бер урынға 2,8 кеше; музыка-инструменталь сәнғәт – бер урынға 2,5 кеше.
Сәнғәт институтының үҙ спецификаһы барлығын иҫәпкә алғанда, абитуриенттар өсөн юғары уҡыу йортонда өҫтәмә һынауҙар уҙғарыла, әммә Өфө дәүләт сәнғәт институты башҡа юғары уҡыу йорттары кеүек 29 июлдә, 4 һәм 8 августа ҡабул итә.
Юғары уҡыу йорттарында билдәләүҙәренсә, байтаҡ студенттар үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланып, ғаризаларын бер юлы өс белгеслеккә тапшырған. Шуға ҡайҙалыр ғаризалар һаны ярайһы уҡ күберәк. Ҡабул итеү кампанияһы 26 июлгәсә дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1185713-priemnaya-kampaniya-2018-chto-vybirayut-abiturienty-bashkirii-i-gde-samyy-bolshoy-konkurs/
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: