12:40 (UTC+5), 11 Июля 2018

Минскиҙа Ставрополье вәкиле – «Яҙ королеваһы», Башҡортостан һылыуҡайы бер юлы ике номинацияға лайыҡ булды

Мария Белакова
Мария Белакова
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Төньяҡ-Кавказ федераль университеты вәкиле Анастасия Копцева – «Яҙ королеваһы», Башҡортостан һылыуҡайы Зөһрә Мөхәрәмова бер юлы ике титулға: «Нәзәҡәтлелек королеваһы» һәм «Дуҫлыҡ королеваһы» исемдәренә лайыҡ булды. Әгәр беренсе номинацияны жюри билдәләһә, иң дуҫ бәйгесе исеме өсөн ҡатнашыусылар үҙҙәре тауыш бирҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Яҙ королеваһы-2018» XXVII Халыҡ-ара вуз-ара нәзәҡәтлелек һәм артислыҡ оҫталығы конкурсы Минскиҙа үтте.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты, Ленара Таһированың «Һылыуҡай-Bashkirian beauty» студияһы тәрбиәләнеүсеһе Зөһрә Мөхәрәмова Рәсәйҙән өс вәкилдең береһе булды. Таж һәм «Яҙ королеваһы» исеме өсөн Рәсәйҙән, Армениянан, Белоруссиянан һәм Латвиянан һигеҙ студент көрәште. Бәйгеселәр дефиле, бейеү, интеллектуаль һәм ижади, шулай уҡ милли кейемдәр конкурстарында һәм спорт ярыштарында ҡатнашты.
Был Зөһрәнең беренсе уңышлы сығышы түгел. Ул Ҡытайҙа «Матурлыҡ илсеһе» конкурсында ҡатнашты, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә «Miss perfect beauty universe» халыҡ-ара конкурсында еңде; «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер студенты 2017» конкурсында вице-мисс титулына лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1185139-v-minske-korolevoy-vesnoy-stala-predstavitelnitsa-stavropolya-krasavitsa-iz-bashkirii-udostoena-sraz/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика