07:00 (UTC+5), 10 Июля 2018

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусылар конкурсында 150 бала ҡатнашты

«Вся Уфа» телеканалы видеоһынан стоп-кадр
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә «Ихлас» мәсетендә Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үтте. Сара Башҡортостандың Ислам бизнесы ассоциацияһы башланғысы буйынса ойошторолдо. «Вся Уфа» телеканалы быйыл конкурс 150 баланы йыйҙы тип хәбәр итә. Унда өфөләр, республикала йәшәүселәр, шулай уҡ Одессанан, Тажикстандан һәм Үзбәкстандан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ҡөрьәнде иртә йәштән өйрәнә башларға кәрәк тип иҫәпләнә. Балаларға мосолмандарҙың изге китабын уҡырға өйрәнер өсөн бер йыл етә. Ә бына 30 йәштән һуң уны эшләү ауырыраҡ. Конкурс Ырымбур мосолмандары диниә йыйылышы ойошторолоуҙың 230 йыллығына һәм күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналды. Байрамға бик күп ҡунаҡтар килде, улар араһында күренекле ислам бизнесы вәкиле һәм Алина Кабаеваның атаһы Марат Кабаев.
«Туғандарым күбеһенсә Дүртөйлө районында. Өфөлә дуҫтарым, ағайҙарым, апайҙарым йәшәй. Дин тотоусы кешеләр күҙгә күренеп артты, был ҡыуандыра. Ышаныс, ул күп нәмә бирә: ул – тәрбиә, хөрмәт, ололарҙы ихтирам итеү», — тине Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы етәксеһе, Рәсәйҙең Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһы президенты Марат Кабаев.
http://www.bashinform.ru/news/1184583-v-ufe-v-konkurse-chtetsov-korana-prinyali-uchastie-150-detey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика