10:40 (UTC+5), 10 Июль 2018

Ҡабарҙы-Балҡарҙа Башҡортостан шағиры Мостай Кәрим исемендә яңы түбә асылды

Камил Йыһаншин тәҡдим иткән фотолар
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 43 градус, 10 минут, 747 секунд төньяҡ киңлек. 42 градус, 57 минут, 700 секунд көнсығыш оҙонлоҡ. Был Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында төп Кавказ һыртындағы Чегем тарлауығында Мостай Кәрим түбәһе координаталары. Түбәнең бейеклеге – 3555 метр. Уҙған шәмбе, 7 июлдә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 1-се яртыла тау башына Башҡортостан Республикаһынан һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан альпинистар төркөмө күтәрелде. Улар исемһеҙ тауға башҡорт халыҡ шағиры, һуғыш ветераны һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим исемен бирҙе. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе бөйөк шағирҙың 2019 йылда билдәләнәсәк 100 йыллығына арналған проектты Хөкүмәт, Ҡабарҙы-Балҡарҙың йәмәғәт ойошмалары булышлығында тормошҡа ашырҙы. Экспедицияла Башҡортостандан Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе рәйесе, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, Рус география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе, «Минең планета — Башҡортостан» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Рөстәм Сиражетдинов, Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы Александр Лынник, сәйәхәтсе Валерий Деев ҡатнашты.
Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһында, Нальчикта ошо юҫыҡтан митинг үтте. Ҡабарҙы-Балҡар парламенты вице-спикеры Сәлим Жанатаев, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының мәҙәниәт министры Мөхәдин Ҡомахов, спорт министры Ислам Хәсәнов митингта үҙ сығыштарында башҡорт делегацияһының мөһим эшен билдәләне. Ҡабарҙы-Балҡарҙың халыҡ шағиры, Мостай Кәримдең яҡын дуҫы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың премия лауреаты Кайсын Кулиевтың тол ҡалған ҡатыны Элизат Кулиева Башҡортостан юлдаш телевидениеһына интервьюла былай тине:
«Мостай Кәрим һәм уның бөтә ғаиләһе беҙҙең яҡын кешеләребеҙ булды, бар һәм буласаҡ, ә уларҙың йөҙөндә беҙ ҡәҙер-хөрмәт иткән бөтә башҡорт халҡы».
Хәҙер Мостай Кәрим түбәһенә үрләүсе сәйәхәтселәрҙе уның иң юғары нөктәһендә шағирҙың Кавказ тауҙарына арналған шиғыры ҡаршы ала.
1 из 11
http://www.bashinform.ru/news/1184663-v-kabardino-balkarii-poyavilsya-pik-narodnogo-poeta-bashkirii-mustaya-karima/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика