11:00 (UTC+5), 09 Июля 2018

«Яҙ королеваһы»н йәйгеһен Минскиҙа һайлайҙар: Рәсәйҙән Башҡортостан һылыуҡайы сығыш яһай

«Бәйләнештә» селтәрендә «Яҙ королеваһы» конкурсының рәсми төркөмө
«Бәйләнештә» селтәрендә «Яҙ королеваһы» конкурсының рәсми төркөмө
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты, Ленара Таһированың «Һылыуҡай-Bashkirian beauty» студияһы тәрбиәләнеүсеһе Зөһрә Мөхәрәмова республиканан ғына түгел, бөтә Рәсәй исеменән 10 июлдә Минскиҙа үтәсәк «Яҙ королеваһы-2018» XXVII Халыҡ-ара вуз-ара нәзәҡәтлелек һәм артислыҡ оҫталығы конкурсы финалында сығыш яһай.
Таж һәм «Яҙ королеваһы» исеме өсөн Рәсәйҙән, Армениянан, Белоруссиянан һәм Латвиянан һигеҙ студент көрәшә.
Быйылғы конкурстың төп темаһы – «Хыял лайнерында сәйәхәт». Конкурс программаһында – дефиле, бейеү, интеллектуаль һәм ижади конкурстар, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Бәйгеселәр «Яҙ королеваһы», «Беренсе вице-Яҙ королеваһы», «Икенсе вице-Яҙ королеваһы», шулай уҡ «Нәзәҡәтлек королеваһы», «Ижад королеваһы», «Артислыҡ королеваһы», «Һөйкөмлөлөк королеваһы» тигән исемдәргә лайыҡ буласаҡ.
Бынан тыш, «Оnline Яҙ королеваһы» һайлана. Тауыш биреү башланған да инде һәм 10 июлгә тиклем дауам итә.
Башҡортостан һылыуҡайына һылтанма буйынса күсеп, тауыш бирергә була.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа Минскиға килгән инде. «Башинформ» агентлығы журналисы менән әңгәмәлә Зөһрә конкурста бөтәһенең дә дуҫтарса аралашыуын билдәләне.
«Тәүге көндө уҡ ҡыҙҙар менән дуҫлашып алдыҡ һәм бөтә нәмәлә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең өсөн «Сула» интерактив тарихи парк-музейы буйынса экскурсия ойошторҙолар, шулай уҡ беҙҙе милли костюмдарҙа фотоға төшөрҙөләр, — тип һөйләне башҡорт һылыуҡайы. — 10 июлдә «Прайм-холл» концерт залында үтәсәк финалда диңгеҙ темаһына бейеү бейейбеҙ, спорт ярышы, милли костюмдарҙа конкурс һәм киске күлдәктәрҙә дефиле була. Шулай уҡ һәр бәйгесе ижади номер күрһәтә. Мин «Балалыҡ ҡалаһы» йырын йырлайым.
Зөһрә менән бер рәттән Рәсәйҙән М.В. Ломоносов исемендәге Төньяҡ (Арктик) федераль университеты студенты Валерия Котова һәм Төньяҡ-Кавказ федераль университеты вәкиле Анастасия Копцева сығыш яһай.
Алдан Зөһрә Мөхәрәмова Ҡытайҙа «Матурлыҡ илсеһе» конкурсында ҡатнашты, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә «Miss perfect beauty universe» халыҡ-ара конкурсында еңде; «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер студенты 2017» конкурсында вице-мисс титулына лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1183848-korolevu-vesnu-vybirayut-letom-v-minske-rossiyu-predstavlyaet-krasavitsa-iz-bashkirii/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика