10:35 (UTC+5), 09 Июль 2018

Башҡортостанда бөтә ғаиләһе менән батып үлгән ирҙең әсәһе: «Был бик сәйер һәм буталсыҡ ваҡиға һәм мин уны асыҡлауҙарын теләйем»

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Краснокама районындағы күлдә бөтә ғаиләһе менән батып үлгән 35 йәшлек Иван Аппаковтың әсәһе улының машинаның шыуып китеүен дә һиҙмәй ҡаты йоҡлап китеүенә ышанмай.
«Ваня профессиональ водитель ине, уның тәжрибәһе ҙур. Сургутта «Газпром» бүлексәләре водителдәрен йөрөттө һәм һәр саҡ яҡшы иҫәптә булды. Уны ҡәҙер һәм хөрмәт итәләр ине. Яңыраҡ улымды хатта Санкт-Петербургка эшкә саҡырҙылар, — тип хәтергә төшөрә «Башинформ» агентлығы менән әңгәмәлә Татьяна Аппакова. — Мәйетханала мәйеттәрҙе таныуҙа бөтәһе лә бик тиҙ булды, әммә мин улымдың тәнендә күгәреп торған урындарҙы, ә киленемдә күбек күрҙем. Машина бөтә ватылып бөткән. Был ваҡиға бик сәйер һәм буталсыҡ һәм мин уны асыҡлауҙарын теләйем. Тик ҡайҙа, кемгә ярҙам һорап барырға белмәйем».
Ҡатындың һүҙҙәре буйынса, улы һыу ятҡылығына барырға теләмәгән, әммә уны ҡатыны күндергән.
«Катяға дуҫтары шылтыратты һәм күлгә барырға саҡырҙы, ул шунда уҡ йыйына башланы, ә улымдың барғыһы килмәне, ләкин ҡатынына ҡарышып торманы. Ниңә ҡунырға ҡалғандарҙыр, аңлашылмай, сөнки улай итергә уйламағайнылар ҙа. Дуҫтары ҡайҙа булған? Һорауҙар күп, ә яуаптар юҡ», - тип һөйләй Татьяна Аппакова.
Ул улының оҙаҡ ваҡыт Сургута эшләүен, интернетта яҙышып, Катя менән танышыуын, килененең Силәбе өлкәһенән килеп, бында ҡалыуын һөйләне. Икеһенең дә – икенсе никахы, беренселәренән балалары ҡалған. Беренсе никахтан тыуған Катяның ҡыҙын фажиғәнән һуң Силәбе өлкәһендәге туғандарына ебәргәндәр.
«Шул бәхетһеҙ көндө улар менән булған ейәнем Саша бында, Ағиҙелдә тыуҙы. Ғинуарҙа уға бер йәш тулды. Балалар бер-береһен бик ярата ине».
Татьяна Ивановна тормош иптәше менән бергә ике ул тәрбиәләп үҫтергән, үҙе сығышы менән Пермь крайынан, әммә иренең ата-әсәләре Ағиҙелдә йәшәгән, шуға күп йылдар элек күсеп килгәндәр.
«Иремдең йөрәге ауырта, яңыраҡ операция яһанылар, оҙаҡламай тағы дауаханаға ятырға тейеш ине, ә бында шундай ҡайғы. Өс табут өйҙә».
Татьяна Аппакова кешеләрҙән ярҙам һорарға өйрәнмәгән, әммә хәҙер бөтә сығымдар уға һәм Ивандың яҡындарына ята, шуға ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр өсөн Һаҡлыҡ банкы картаһының реквизиттарын баҫып сығарабыҙ — 63900206 9036033486 (Татьяна Аппакова).
http://www.bashinform.ru/news/1183838-mama-utonuvshego-so-vsey-semey-v-ozere-v-bashkirii-eto-ochen-strannaya-i-zaputannaya-istoriya-i-ya-kh/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика