04:30 (UTC+5), 06 Июля 2018

Республиканың юғары уҡыу йорттарында юғары балл йыйған мәктәпте тамамлаусыларға юғары стипендия билдәләнә

автор
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырған һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ингән мәктәпте тамамлаусылар юғары стипендияға иҫәп тота ала.
Миҫалға, Башҡорт дәүләт университетында юғары уҡыу йорттарына һынауҙарһыҙ ҡабул ителгән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаларыныңң аҙаҡҡы этабы еңеүселәре һәм призерҙары, дөйөм фәндәр буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашҡан һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы билдәләгән тәртиптә һайлап алынған Рәсәй йыйылма командалары ағзалары10 мең һум ала.
БДИ-лағы өс фән буйынса дөйөм 240 һәм унан күберәк балл йыйған абитуриенттарға 3000 һум күләмендә юғары стипендия тәғәйенләнә. Өс фән буйынса БДИ-ны 270 һәм унан күберәк балға тапшырған буласаҡ студенттарҙы 5000 һум күләмендә стипендия көтә.
Рәсәй Мәғариф министрлығы уҙғарған, һынауҙарһыҙ уҡырға ҡабул ителгән мәктәп уҡыусылары олимпиадаларының еңеүселәренә һәм призерҙарына шулай уҡ 5000 мең һум күләмендә юғары стипендия түләнә, тип мәғлүмәт бирҙеләр Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгендә.
http://www.bashinform.ru/news/1183101-v-vuzakh-bashkirii-vypusknikam-vysokoballnikam-naznachayut-povyshennye-stipendii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика