07:30 (UTC+5), 06 Июля 2018

Республиканан 300-ҙән ашыу егет хеҙмәт итергә Алыҫ Көнсығышҡа юлланды

БР Хәрби комиссариаты
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандан 300-ҙән ашыу егет хеҙмәт итергә Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Төбәк Хәрби комиссариаты мәғлүмәте буйынса, йыйылыу пунктында хәрби эшелон составында яңы саҡырылышты оҙатыуға арналған тантаналы сара үтте.
Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко үҙенең юл теләгендә һалдаттарға уңыштар һәм өйҙәренә сәләмәт һәм ир ҡорона етеп ҡайтыуҙарын теләне.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы саҡырылышта ғилми роталарға 13 кеше алынды. Улар Санкт-Петербург (элемтә ғәскәрҙәре), Воронеж (хәрби-һауа көстәре), Кострома (радиация, химия һәм биология һағы ғәскәрҙәренең ғилми ротаһы) һәм Красногорск (һауа-космос оборонаһы ғәскәрҙәре) кеүек ҡалаларға ебәрелде.
Саҡырыу 15 июлгә тиклем дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1183152-bolee-300-novobrantsev-iz-bashkirii-otpravilis-sluzhit-na-dalniy-vostok-/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика