07:00 (UTC+5), 06 Июль 2018

Иглиндә юғалған 11 йәшлек Александра Чернусская табылды

БР буйынса Тәфтиш комитеты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ике көн элек Иглин ҡасабаһында юғалған 11 йәшлек Александра Чернусская табылды.
Бөгөн Иглин урамдары буйлап һәр йортто ҡараған саҡта тәфтишсе-криминалистар башта ҡыҙ менән бергә юғалған 15 йәшлек Кирилл Эпихимовты тапҡан. Әңгәмә барышында үҫмер Александраның ҡайҙа булыуы тураһында һөйләп биргән. Баҡтиһәң, был ваҡыт эсендә ҡыҙ ҡасабала Кирилдың дуҫының өйөндә булған.
Ҡыҙҙың тере һәм иҫән-һау булыуы билдәле. Хәҙер ҡасҡындар тәфтиш комитетында, балаға ҡарата енәйәт эштәре булыу-булмау шарттары асыҡлана.
Килеп тыуған хәлдең бөтә шарттарын һәм бындай ҡылыҡтың сәбәптәрен асыҡлағандан һуң, тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 июлдә ҡыҙ 15 йәшлек танышы менән йөрөп килергә сығып китә һәм юғала. Енәйәт эше ҡуҙғатыла.
http://www.bashinform.ru/news/1183359-propavshaya-v-ufe-11-letnyaya-aleksandra-chernorusskaya-nashlas/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика