09:20 (UTC+5), 06 Июля 2018

Өфөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеләр

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеләр.
Башҡортостан Башлығы указы менән юғары награда менән 45 ҡатын бүләкләнде, улар араһында – социаль хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, һатыусылар һәм хужабикәләр. 1998 йылдан миҙалға республиканың 7729 гүзәл заты лайыҡ булды.
Ғаиләләргә булышлыҡ итеү республика Хөкүмәте эшендә өҫтөнлөкләрҙең береһе булып тора. Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, ил Президенты иғлан иткән Балалыҡтың ун йыллығы сиктәрендә быйыл төбәктә балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҙур иғтибар бүленәсәк. Заманса ҡорамалдар менән Республика клиник дауаханаһын һәм Өфө ҡалаһының 17-се балалар клиник дауаханаһын йыһазландырыу күҙаллана. Шулай уҡ Рәсәй Президентының Указына ярашлы ике йыл дауамында һәр муниципалитетта ясле төркөмдәре ойоштороласаҡ.
«Һеҙгә һаулыҡ теләйем, йортоғоҙҙа һәр саҡ татыулыҡ, изгелек хөкөм һөрһөн, а балалар ҙур илебеҙҙең һәм яратҡан республикабыҙҙың лайыҡлы граждандары булып үҫһен», — тип ҡотланы йыйылғандарҙы Салауат Сәғитов.
http://www.bashinform.ru/news/1183419-v-ufe-v-preddverii-dnya-semi-lyubvi-i-vernosti-mnogodetnykh-zhenshchin-nagradili-medalyami-materinsk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика