07:35 (UTC+5), 05 Июля 2018

Бөгөн Өфөлә «Рәсәйҙә традицион ислам һәм Зәйнулла Рәсүлев» халыҡ-ара ғилми конференцияһы эшләй башлай

Искәндәр Шакиров
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Өфөлә Конгресс-холда пленар ултырышты тантаналы асып, күренекле башҡорт дин һәм ғилем белгесе Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған «Рәсәйҙә традицион ислам һәм Зәйнулла Рәсүлев» халыҡ-ара ғилми конференцияһы үҙ эшен башлай. Форумды республика Хөкүмәте, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ойоштора.
Конференцияла Рәсәй мосолмандары тарихының көнүҙәк проблемалары, Зәйнулла Рәсүлевтың Рәсәйҙә традицион исламды һәм суфыйсылыҡты үҫтереүҙәге роле менән шөғөлләнеүсе күренекле Рәсәй һәм сит ил ғалимдары ҡатнаша.
Ғилми форум «Рәсәйҙә традицион ислам һәм Зәйнулла Рәсүлевтың уны үҫтереүгә индергән өлөшө», «Донъя диндәре һәм мәҙәниәттәренең тарихи контексында ислам һәм суфыйсылыҡ», «Динде өйрәнеүҙә яңы сығанаҡтар һәм яңы алымдар» секциялары буйынса уҙа.
6 июлдә тантаналы саралар Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында уҙғарыла. Бында VII «Рәсүлев уҡыуҙары: ислам Рәсәйҙең хәҙерге заман тарихында» бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы була. Шулай уҡ ҡатнашыусылар Зәйнулла Рәсүлев ерләнгән урынға бара. 7 июлдә Учалы ҡалаһында тантаналар ойоштороу, Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған төйәгенә – Шәрип ауылына һәм изге Әүештауға барыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1182715-v-ufe-segodnya-nachinaet-rabotu-mezhdunarodnaya-nauchnaya-konferentsiya-traditsionnyy-islam-v-rossii/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика