06:00 (UTC+5), 04 Июля 2018

Һыу инеү урындарына үтеү түләүле була алмай – Башҡортостан Экология министрлығының аңлатмаһы

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы пляжға үтеү өсөн аҡса алыу осраҡтары тураһында хәбәр итергә һорай.
Һыу инеү урынына үтеү түләүле була алмай. Рәсәй Федерацияһының Һыу кодексына ярашлы, дәүләт һәм муниципаль мөлкәте булған өҫкө һыу объекттары дөйөм ҡулланыштағы һыу объекттары булып һанала, тип мәғлүмәт бирә ведомство. Һәр кеше дөйөм ҡулланыштағы һыу объектына инергә һәм уны бушлай шәхси һәм көнкүреш ихтыяждарында ҡулланырға хоҡуҡлы. Рәсәй Һыу кодексының тағы бер статьяһы менән һыу һаҡлау зоналарын һәм һыу объекттарының яр буйы һыҙаттарын һаҡлауға талаптар билдәләнгән. Йылға, шишмә, канал, күл, һыу һаҡлағысы буйы һыу һаҡлау зоналары булып һанала. Уларҙың сигендә махсус хужалыҡ йәки башҡа эшмәкәрлек режимы, шул иҫәптән транспортҡа хәрәкәт итеүҙе һәм оҙаҡҡа туҡтауҙы тыйыу яҙылып ҡуйылған.
Һыу инеү урынына үтеү өсөн аҡса алыу йәки һыу буйын рөхсәтһеҙ кәртәләү осраҡтары тураһында дәлилләүсе материалдар менән (347) 218-04-40, (347) 218-04-55 телефондары буйынса йәки ufa.mpe@bashkortostan.ru, ecology@bashkortostan.ru электрон почталарына хәбәр итеү һорала.
http://www.bashinform.ru/news/1182157-vkhod-na-plyazh-ne-mozhet-byt-platnym-razyasneniya-minekologii-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика