08:00 (UTC+5), 04 Июля 2018

Төбәктә өс федераль трассала юл ҡатламы хәүефһеҙлек нормаларына яуап бирмәй

Ксения Калинина
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда дүрт федераль трассала юл ҡатламы хәүефһеҙлек талаптарын боҙа. Был осраҡты республика прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре барышында асыҡланы. Атап әйткәндә, боҙоуҙар М-5 «Урал», М-7 «Волга», Р-240 «Өфө-Ырымбур», «Өфөнөң көнбайыш урау юлы» автомобиль юлдарында асыҡланған.
«Ҡайһы бер юл ҡатламы участкаларында тәгәрмәс эҙе барлыҡҡа килгән, барьер кәртәләре боҙолған, юл билдәләре һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрен яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылмаған», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр төбәк прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.
Билдәләп үтергә кәрәк, «Федераль юл агентлығының «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы» етәксеһе исеменә был боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында йөкләмә бирелгән. Саралар ҡабул ителгән дә: төҙөүселәр менән 6 саҡрым М-5 «Урал», Р-240 «Өфө-Ырымбур» автомобиль юлын ремонтлауға килешеүҙәр төҙөлгән. Эштәр бөткәнгә тиклем тигеҙ булмаған урындар барлығы хаҡында иҫкәртеүсе ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйылған, транспорттың иң юғары хәрәкәт тиҙлеге сикләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1182293-v-bashkirii-na-trekh-federalnykh-trassakh-dorozhnoe-pokrytie-ne-otvechaet-normam-bezopasnosti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика