11:00 (UTC+5), 04 Июль 2018

«Натали Турс» бөтә раҫланған турҙарҙы ғәмәлдән сығара – компания башлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Натали Турс» бөтә раҫланған турҙарҙы ғәмәлдән сығара – компания башлығы. Был турала компания башлығы Владимир Воробьев «Эхо Москвы» радиостанцияһы эфирында белдерҙе, тип хәбәр итә «Известия».
«Беҙ яҡын ваҡытта туристарҙы ебәрә алмайбыҙ, сөнки партнерҙар менән хәлде контролдә тотмайбыҙ, шуға туристик сәфәрҙәрҙе ғәмәлдән сығарырға мәжбүрбеҙ», — тип Воробевтың һүҙҙәрен бирә «Эхо Москвы» радиостанцияһы.
Алдан компания хәлдәрҙең торошо һәм партнерҙарҙың күмәкләп «Натали Турс»ты хеҙмәтләндереүҙән сығара башлауы тураһында мәғлүмәт биргәйне, тип аңлатты Владимир Воробьев. Көн дауамында туроператор артабан нисек хәл итеү тураһында ҡарар ҡабул итә, тип өҫтәне ул.
29 июндә Рәсәй Туроператорҙары ассоциацияһы «Натали Турс» компанияһының Барселонаға, Риминиға, Катанияға, Неаполгә, Антальяға һәм Ираклионға чартерҙары туҡтатыуын хәбәр итте. Компания клиенттарға үткәрелмәгән турҙар буйынса аҡсаларын ҡапларға һүҙ бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1182574-natali-turs-annuliruet-vse-podtverzhdennye-tury-glava-kompanii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика