Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2018, 18:00

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын һуҡыр уҡыусылар ҙа уҡый ала

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус республика китапханаһында Брайлдең рельеф-нөктә шрифты менән һуҡырҙар өсөн башҡорт телендә «Урал батыр» эпосы сыҡты.
Китап Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Республика ойошмаһы, Башҡортостан «Китап» нәшриәте һәм һуҡырҙар өсөн китапхана араһында хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эшмәкәрлек тураһында өс яҡлы килешеү сиктәрендә нәшер ителде. Баҫма ике китаптан: Брайль шрифтынан һәм рельеф-графика һүрәттәре альбомынан тора.
Алдан китапханала эпос рус һәм башҡорт телдәрендә күп телле китап форматында уҡып ишеттерелде.
«Урал батыр» тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән һәм күп тапҡыр республикала баҫылып сыҡҡан, уның буйынса бер нисә спектакль ҡуйылған, йәнһүрәт төшөрөлгән. Башҡорт тел байлығы ҡомартҡыһы күп быуаттар элек булған боронғо мифологияны үҙ эсенә алған. Унда тамырҙары менән тәүтормош төпкөлөнә илткән боронғо фекерҙәр даирәһе күрһәтелгән. «Урал батыр»ҙың ҡайһы бер мотивтары һәм образдары башҡа башҡорт эпостарында ла осрай, ә ҡайһы бер эпостар, уның сюжет һыҙатын дауам итеп, берҙәм башҡорт риүәйәттәре циклын барлыҡҡа килтерә. «Урал батыр» эпосы «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе булып тора, ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы хазиналары» исемлегенә дәғүә итә.
http://www.bashinform.ru/news/1182624-v-bashkirii-epos-ural-batyr-stal-dostupen-i-dlya-nezryachikh-chitateley/
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: