06:30 (UTC+5), 04 Июля 2018

Башҡортостанда тағы ла күберәк ғаиләләр тәүге бала өсөн 300 мең һум күләмендә түләүгә иҫәп тота ала: нимә үҙгәрҙе?

Карина Камаева
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда тағы ла күберәк ғаиләләр тәүге сабыйы тыуғанда 300 мең һум күләмендә түләүгә иҫәп тота ала.
Кисә, 3 июлдә, Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында ғаиләлә тәүге баланың республикабыҙ биләмәһенән ситтә тыуыуы ла мөмкин тип аңлаттылар. Бынан тыш, таныҡлыҡтың ғәмәлдәге ваҡыты 6 айҙан 9-ға тиклем артырыла. Шулай уҡ беренсе балалары 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 1 мартына тиклемге осорҙа тыуған ғаиләләр өсөн ғаризалар һәм документтар тапшырыу ваҡыты 6 айға арттырылды.
«Алдан Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан иҫәпкә ҡуйыуҙа ғәмәлдәге Тәртип шарттарына ярашлы булмау сәбәпле кире яуап алған ғаиләләр ғәмәлдәге Тәртипкә үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәндән һуң ағымдағы йылдың 1 сентябренә тиклем ҡабаттан документтарын тапшыра ала»,- тип билдәләне Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала демографик хәлде яҡшыртыу өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәүге балаһы тыуған йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе биреүҙе күҙ уңында тотҡан указға ҡул ҡуйҙы.
Граждандарҙың бик күп мөрәжәғәттәре менән бәйле Рөстәм Хәмитов сарала ҡатнашыусыларҙың категорияларын киңәйтеү һәм таныҡлыҡтың ғәмәлдә булыу ваҡытын арттырыу өлөшөндә ғәмәлдәге тәртипкә үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
Был ҡарар менән ауыл биләмәһе етәкселәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләрҙе иҫәпкә алыу буйынса ҡабул ирткән ҡарарҙары йәһәтендә муниципаль берәмек етәкселәренең яуаплылығы көсәйтелде.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылда пособие түләүгә 325 миллион һум күҙалланған. Өс йыл дауамында был программа буйынса сертификаттарҙы ике меңдән ашыу кеше алыр тип көтөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1182180-v-bashkirii-na-vyplaty-v-razmere-300-tysyach-pri-rozhdenii-pervogo-rebenka-mogut-rasschityvat-eshche/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика