16:30 (UTC+5), 03 Июль 2018

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә! 4 июлдә Башҡортостанда елдең көсәйеүе көтөлә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шаршамбы, 4 июлдә, Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр. Хәбәрҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарата. Атап әйткәндә, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ, елдең секундына 19-24 метрға тиклем көсәйеүе, таулы райондарҙа һауа температураһы +31,+36 градус булыуы көтөлә.
Ҡотҡарыусылар насар һауа торошонда һаҡсыллыҡ саралары тураһында иҫкә төшөрә. Беренсенән, ҡоторонған тәбиғи көстәр сәбәпле һаулығығыҙға йәки ғүмерегеҙгә зыян килтерелеүе ихтимал бөтә сәфәрҙәрҙән һәм эштәрҙән баш тартығыҙ. Туғандарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ. Ел көсәйгәндә бинала ҡалырға кәрәк. Балаларҙы айырым контролгә алыу һәм уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау мөһим.
http://www.bashinform.ru/news/1182005-mchs-preduprezhdaet-v-bashkirii-4-iyulya-ozhidaetsya-shkvalistoe-usilenie-vetra/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика