10:45 (UTC+5), 03 Июль 2018

Өфөлә Башҡортостандағы белем биреү йорттарының Турин процесында ҡатнашыуын өйрәнәләр

mgazeta.com
mgazeta.com
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, 3 июлдә, Башҡорт социаль технологиялар институтында – Рәсәй Федерацияһының ЮНЕВОК үҙәгендә Халыҡ-ара форум үҙ эшен башлай. Уның иғтибар үҙәгендә – Башҡортостандағы профессиональ белем биреү йорттарының Турин процесында ҡатнашыуы. Форум спикерҙары – Европа мәғариф фонды вәкиле Франка Крестани (Италия), Мәскәүҙәге Профессиональ белем биреү проблемаларын өйрәнеү үҙәге директоры Ольга Олейникова, Башҡортостан Республикаһында Турин процесы координаторы, Башҡорт социаль технологиялар институты директоры Тәнзилә Ниғмәтуллина. Проектты Европа Комиссияһы ҡарамағында Европа мәғариф фонды 2010 йылда уҡ тәҡдим иткән. Уның лозунгы – Working together. Learning for life («Бергәләп эшләйбеҙ. Ғүмер буйы уҡыйбыҙ»). Үҙенең асылы буйынса – ул даими халыҡ-ара конференциялар системаһы, уларҙа Европа мәғариф фонды Европа илдәрендә һәм ул хеҙмәттәшлек иткән илдәрҙә һөнәри белем биреү һәм уҡытыу үҫешенең күҙәтеүҙәрен тәҡдим итә.
Турин процесының төп маҡсаты – профессиональ белем биреү һәм уҡытыу өлкәһендә сәйәсәт булдырыу; ҡатнашыусы илдәрҙә һөнәри белем биреү үҫеше мәсьәләләре буйынса аналитик эксперт баһа биреү; профессиональ белем биреүҙе камиллаштырыуҙа ярҙам итеү, проекттарҙы оҙатыу, заманса технологиялар базаһы тәҡдим итеү, иң яҡшы методик материалдар биреү, структуралы диалог һәм аныҡ кәңәштәр әҙерләү, заманса кадрҙар әҙерләү йәһәтендә урта сроклы перспективаның дөйөм төшөнсәһе сиктәрендә проблемаларҙы тикшереү.
Социаль-иҡтисади өлкә өсөн, тәү сиратта эшсе һөнәрҙәр өлкәһендә профессиональ кадрҙар әҙерләү тураһында мәсьәлә бөтә халыҡ-ара берләшмә өсөн киҫкен тора. Юҡҡа ғына түгел, проектта донъяның 30-ҙан ашыу иле ҡатнаша, 2010 йылда уға Рәсәй ҡушылды.
Профессиональ кадрҙар әҙерләүҙең сифатын арттырыуҙа эш көсөнөң квалификация кимәлен баһаларға мөмкинлек биргән WorldSkills халыҡ-ара хәрәкәте заманса технологияларҙың береһе булды. Башҡортостан үҙенең лайыҡлы һөҙөмтәләрен күрһәтә. Һөнәри белем биреү кимәлен күтәреүҙә тикшеренеү базаһын, һөҙөмтәле технологияларҙы алға ебәреү алымын артабан да үҫтереү өсөн 2018 йылдың мартында республика Турин процесын тормошҡа ашырыуға ҡушылған Рәсәй ҡалалары һәм төбәктәре (Мәскәү ҡалаһы, Санкт-Петербург ҡалаһы, Ленинград өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Мари Иле Республикаһы, Пермь крайы) составына инде.
«Башҡортостандың был проектта ҡатнашыуы урта һөнәри белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы әҙерлеү сифатын арттырыу; эш биреүселәрҙе һәм эшҡыуарлыҡты йәлеп итеү, милли сифат стандарттарын индереү, тамамлаусыларҙың хәрәкәтсәнлеге һәм Башҡортостан Республикаһын ваҡытында һәм берҙәйле заман саҡырылыштарына яуап бирергә һәләтле төбәк итеп күрһәтеү өсөн донъя тәжрибәләрен ҡулланырға мөмкинлек бирә», - тип билдәләне Өфөләге форумды ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1181704-v-ufe-obsudyat-uchastie-obrazovatelnykh-uchrezhdeniy-bashkirii-v-turinskom-protsesse-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика