Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 12:40

Башҡортостанда «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының абсолют еңеүселәре билдәле булды

Бөрйән районы мәғариф бүлеге
Бөрйән районы мәғариф бүлеге
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Бөрйән районында үткән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр һәм йәш сәсәндәр конкурсының абсолют еңеүселәре билдәле булды.
Иҫәп буйынса 20-се юбилей конкурсында бөтә республиканан 48 яңғыҙ башҡарыусы һәм 20 фольклор коллективы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләне һәм башҡорт халҡының эпик риүәйәттәре буйынса инсценировкалар тәҡдим итте.
Ижади бәйгене ябыу тантанаһы спектакль өҙөктәрен хәтерләтте. Сәхнәлә эпостан әкиәт персонаждары: Урал батыр, Шүлгән, Һомай, Айһылыу, Самрау, Йәнбирҙе, дейеүҙәр, үгеҙ, йыландар сыҡты.
Тамашасылар һәм жюри ағзалары эпосты юғары башҡарыу кимәлен, бәйгеселәрҙең актерлыҡ оҫталығын билдәләне. Иң йәш сәсәнгә – Асман Рәхмәнғоловҡҡа ни бары биш йәш, ул Көйөргәҙе районынан һәм үҙенең Ермолаев ауылындағы балалар баҡсаһынан сығыш яһаны. Иң «өлкән» сәсән – Дәүләкән районы лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Илнур Сафин. Биш ҡатнашыусы 4500-ҙән ашыу юлдан торған «Урал батыр» эпосын тулыһынса ятлаған.
Абсолют еңеүселәрҙең исемдәрен Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова атаны. Бер юлы ике уҡыусы: Учалы районындағы А.С. Исхаҡов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яңы Байрамғол филиалы дүртенсе класс уҡыусыһы Ләйсән Золоторева (Бөтә Рәсәй «Зәңгәр ҡош» йәш таланттар конкурсы финалисы) һәм Ишембай районының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының туғыҙынсы класс уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова Гран-при яуланы.
Конкурс призерҙарын өс йәш төркөмөндә: 1-4, 5-7, 8-11 класс уҡыусылары араһында билдәләнеләр. Көйөргәҙенән Гөлгөнә Суванова, Ишембай районынан Ғәлиә Шәрипова, Йылайыр районынан Гөлнәзирә Мәхмүтова беренсе урын алды. Баҡалынан Миләүшә Дусыеваға, Бөрйәндән Сара Иҫтәҡоваға, Дәүләкән районынан Илнура Сафинаға икенсе урын бирелде. Учалы һәм Белорет райондарынан Лениза Шәйхетдинова һәм Ләйсән Үтәбаева өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылы урта мәктәбенең фольклор коллективы икенсе – инсценировкалар туры еңеүселәре булды. Икенсе урында – Учалы районының башҡорт гимназияһы һәм Баймаҡ районының 4-се лицейы вәкилдәре. Өсөнсө урын – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһы-интернатында һәм Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-се гимназияла.
Республика конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәре менән наградланды.
http://www.bashinform.ru/news/1181517-v-bashkirii-stali-izvestny-imena-absolyutnykh-pobediteley-konkursa-yunykh-skaziteley-ural-batyr/
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: