07:20 (UTC+5), 02 Июля 2018

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте Башҡортостанда демографик кәмеүҙе теркәгән

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йыл башынан тыуымдың кәмеүе һәм үлемдең артыуы теркәлгән. 2018 йылдың ғинуарынан майына ҡәҙәр тикшеренеү һөҙөмтәләрен Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте тәҡдим итте.
Атап әйткәндә, ағымдағы йылдың биш айында төбәктә 19 341 бала тыуған. Былтыр ошо осорҙа 759 балаға күберәк – 20 100 сабый донъяға килгән. Йыл башынан республикала 21 824 кеше һәләк булған, ул уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 108-гә күберәк (21 716). Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2483 кеше тәшкил итә. Тик май айында ғына Башҡортостанда 4074 бала тыуған, 4475 кеше үлгән.
Белгестәр ғаилә ҡороу иҫәбенең кәмеүен һәм айырылышыуҙар һанының артыуын теркәй. Башҡортостанда 2018 йылдың ғинуарынан майына тиклем 7212 никах теркәлгән. Былтыр ошо уҡ осорҙа 7959 пар өйләнешкән. Быйыл йыл башынан – 6341 ғаилә, уҙған йылдың биш айында 6321 ғаилә тарҡалған.
http://www.bashinform.ru/news/1181187-rosstat-zafiksiroval-demograficheskiy-spad-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика