06:45 (UTC+5), 29 Июня 2018

Төбәктә социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында сират бөтөрөлдө – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда ике йыл эсендә социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына 10 йыл дауамында һаҡланған сират бөтөрөлдө. Был күрһәткес буйынса республика илдә иң яҡшыларҙың береһе булды. Ошо хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, социаль хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенә дәүләткә ҡармаған секторҙы йәлеп итеү уңыш бирҙе. Ул конкуренцияны үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар булдырҙы.
Әле республикала ғаилә, хеҙмәт, мәшғүллек, халыҡты социаль яҡлау системаһына 52 дәүләт учреждениеһы һәм 128 дәүләткә ҡарамаған ойошма инә. Улар күрһәткән хеҙмәттәр араһында гарантияланған исемлеккә инмәгәндәре ла бар: көнкүреш хеҙмәтләндереү, өйҙә парикмахер, медицина массажы, хәрәкәт итеү сараларын ҡуртымға биреү, ауырыуҙы ҡараусы хеҙмәте һәм башҡалар.
- Конкурентлы мөхит булдырыу, шулай уҡ бөтә социаль өлкә учреждениелары эшмәкәрлегенә бойондороҡһоҙ баһа биреү һөҙөмтәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифаты артты, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика Мишкә районының Ирсай ауылында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн дәүләткә ҡарамаған стационар социаль хеҙмәтләндереү пансионаты булдырыу тураһында беренсе булып концессия килешеүе төҙөнө. Башҡа муниципалитеттарҙа ла ошондай учреждениелар асырға кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1179998-v-bashkortostane-likvidirovana-ochered-v-uchrezhdeniya-sotsobsluzhivaniya-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика