Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 08:30

Республиканың һәләтле балалары Ҡандракүл буйында ял итә

Туймазы районы хакимиәте
Туймазы районы хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ҡандракүл буйында «Йәштәш» палатка лагерында «Илһам» ижади яҡтан һәләтле балалар өсөн смена асылды. Унда музыка мәктәптәренән, бейеү һәм йыр түңәрәктәренән 130-ҙан ашыу тәрбиәләнеүсе ял итә.
Туймазы районының Үрге Бишенде ауылынан Виктория Заһретдиноваға тантанала лагерь флагын күтәреү бәхете тейҙе. Ул төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Илһам»ға юллама алды.
Сменалағы биш көн эсендә уҡыусылар интеллектуаль викториналарҙа, ижад фестивалендә, күңелле старттарҙа ҡатнаша, йыр һәм бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә була, кәмәлә сәфәргә сыға һәм туристик төйнәү төрҙәрен өйрәнә, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1180065-odarennye-deti-bashkirii-otdokhnut-na-ozere-kandry-kul-/
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: