07:30 (UTC+5), 29 Июнь 2018

Конго абитуриенты Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе студенты булды

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2018 йылда Конго Республикаһы абитуриенты Нгеко Муандзиби Деди Рюдней М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе студенты булды.
Юғары уҡыу йортонан хәбәр итеүҙәренсә, абитуриент Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының маҡсатлы юлламаһы буйынса «Мәғлүмәт системалары һәм технологиялары» йүнәлеше буйынса беренсе курсҡа ҡабул ителде.
Вузда бөтә әҙерлек йүнәлештәре буйынса документтар ҡабул итеү барғанын хәтергә төшөрҙөләр. Юғары уҡыу йорто имтихандарын тапшырыусы абитуриенттар документтарын бюджет урынға - 18 июлгә тиклем, БДИ һөҙөмтәләре буйынса 26 июлгә саҡлы тапшыра. Түләп уҡырға теләүсе абитуриенттар көндөҙгө бүлектә уҡыр өсөн 25 авгусҡаса, ситтән тороп уҡырға 15 сентябргә тиклем тапшыра.
Бөгөнгә университетҡа 1175 ғариза тапшырылған. Иң ҙур конкурс түбәндәге йүнәлештәрҙә: биология, генетика профиле — 19, дизайн — 25, лингвистика — 18, педагогик белем, тарих профиле һәм һайлау буйынса профиль — 14, педагогик белем, йәмғиәтте өйрәнеү профиле һәм һайлау буйынса профиль — 13, хоҡуҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге — 16, иҡтисад һәм идаралыҡ — 18.
http://www.bashinform.ru/news/1180375-pervym-studentom-bashgospeduniversiteta-stal-abiturient-iz-kongo-/
1 из 1
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика