08:50 (UTC+5), 29 Июня 2018

Башҡортостанда хеҙмәт баҙары йылдан-йыл цивилизациялы була бара – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Республикала рәсми булмаған мәшғүллекте кәметеү, хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү йәһәтенән эш дауам итә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
2015 йылдан 200 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. 2017 йылда 233 ойошма хеҙмәткәрҙәр алдындағы 1 миллиард һумдан ашыулыҡ эш хаҡы буйынса бурысын түләгән.
– Әгәр беҙ эш биреүселәрҙе ҡыҫымға алмаһаҡ, уларға баҫым яһамаһаҡ, ошо миллиард булмаҫ ине. Ләкин шул уҡ ваҡытта тынысланырға ла иртәрәк, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙҙә түләнмәгән эш хаҡы бик күп әле. Йөҙҙәрсә миллион һум. Хеҙмәт хаҡы түләмәгән һәм ваҡыт үтеү менән был хәл онотолор тип уйлаған эш биреүселәр ныҡ яңылыша. Беҙ уларҙы түләргә мәжбүр итербеҙ. Уларҙың һәр береһенә барып етербеҙ. Бөгөн улар үҙҙәрен бик иркен тоя һәм ҡайһы берҙә «ярҙарҙы күрмәй».
Прокуратура, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, Пенсия фонды, шулай уҡ муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән берлектә эшләү хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөргә ярҙам итә, тип билдәләне республика башлығы.
– Быйыл 25 йыллығын билдәләгән социаль партнерлыҡ системаһы яҡтарына ла рәхмәт әйткем килә. Хеҙмәт баҙарын үҫтереү, граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғын яҡлау менән бәйле байтаҡ мәсьәләләрҙе һөйләшеүҙәр, консультациялар юлы менән хәл итеү мөһим, эш биреүселәрҙең иң яҡшылары ҡаршы сыҡмай, социаль программаларҙы ҡабул итә. Хеҙмәт баҙары йылдан-йыл цивилизациялы, ә эшҡыуарлыҡ социаль яуаплыраҡ була бара, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин был хәлдә лә даими контроль кәрәк. Сөнки «Мин һалым түләйем – миңә яҡын килмәгеҙ» тип иҫәпләгән эшҡыуарҙар бар. Килербеҙ. Предприятиела дөрөҫ социаль сәйәсәт үткәреүҙәрен талап итербеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1180292-s-kazhdym-godom-rynok-truda-v-bashkortostane-stanovitsya-vse-bolee-tsivilizovannym-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика