13:03 (UTC+5), 29 Июнь 2018

Башҡортостан трассаһында юғалған баланы тапҡандар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.Рәсәй гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре махсус эште башҡарып ҡайтып килгәндә Дүртөйлө районының Сакуловка йылғаһы аша күперҙә 7 йәшлек ҡыҙыҡайҙы табып алған.
Илап, кейеме бысранып бөткән ҡыҙыҡай велосипедын һәм балалар коляскаһын һөйрәп китеп барған. Урамда 35 градус эҫе булған. Яҡындағы ауылға тиклем ике саҡрым самаһы ҡалған. Шуға күрә төркөм етәксеһе балаға ярҙам итеү өсөн машинаны туҡтатырға хәл иткән, тип һөйләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
«Мин тәүҙә балалар коляскаһында сабый бармы-юҡмы икәнен ҡараным, — тип иҫенә төшөрә ҡыҙыҡайҙы күреп ҡалған майор. — Бәхеткә, унда көсөк ята ине. Ҡыҙыҡайҙың йәрәхәттәре юҡ. Уға ла, көсөккә лә һыу бирҙек – икеһе лә ныҡ һыуһағайны. Тынысландырып, исемен һәм хәүефле трассаға нисек килеп сыҡҡанын һораша башланыҡ».
Асыҡланыуынса, Юляға ете йәш. Ул ҡайҙа йәшәүен шунда уҡ иҫенә төшөрә алмай. Шуға хеҙмәткәрҙәр уны эш машинаһына ултыртып, ата-әсәһен табыу өсөн яҡындағы ауылға алып китә. Килеп еткәс тә ҡыҙыҡай урамын иҫенә төшөрә һәм йәшәгән йортон күрһәтә.
Әсәй кеше балаһының юғалыуы хаҡында формалағы кешеләрҙе күргәс кенә белә. Ҡатын әйтеүенсә, ҡыҙыҡай үҙенән ҙурыраҡ балаларҙың артынан эйәреп киткән. Һуңынан уларҙан тороп ҡалған һәм аҙашҡан, күрәһең. Баланы һәм көсөктө ата-әсәгә ҡалдырып китәләр.
http://www.bashinform.ru/news/1180712-na-trasse-v-bashkirii-nashli-poteryavshegosya-rebenka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика