08:33 (UTC+5), 28 Июня 2018

Сираттағы йөҙ балл йыйыусылар: Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ һөҙөмтәләре билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.Башҡортостанда йәмғиәтте өйрәнеү фәненән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Иң популяр предмет буйынса имтиханды ете мең самаһы ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы.
Максималь һөҙөмтә — 100 балл — Өфөнөң 159-сы мәктәбен, Салауаттың 1-се гимназияһын һәм Красноусол ҡасабаһының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаусыларҙа.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса берҙәм дәүләт имтиханында республика уҡыусыларының уртаса һөҙөмтәһе уҙған йылға ҡарағанда 2,1% юғарыраҡ. Юғары балға яҙғандар һаны ла артҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.
Былтыр ошо еңел булмаған фәндән иң юғары балды Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусыһы алғайны.
Бынан алда Башҡортостанда 48 кеше берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙҙы. Төбәккә тәүге йөҙ балл алыусыларҙы тарихсылар һәм информатиктар бүләк итте. Ун ике кеше ошо имтихандарҙы яҡшы билдәһенә бирҙе (информатиканан – 9, тарихтан – 3).
Географиянан берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар ҙа максималь балл йыйҙы – 2 (уларҙың береһе һынауҙы алдараҡ, 10-сы кластан һуң бирҙе), профилле математиканан – 3, химиянан – 6 һәм рус теленән – 25. Әле Башҡортостанда 100 балл алған 51 уҡыусы иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1179469-ocherednye-stoballniki-v-bashkirii-stali-izvestny-rezultaty-ege-po-obshchestvoznaniyu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика