07:30 (UTC+5), 28 Июня 2018

Республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән колледж студенттары бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса урта профессиональ белем алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе студенттар бушлай туҡланыуға иҫәп тота ала. Республиканың «Мәғариф тураһында»ғы законына тейешле төҙөтмәләрҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов документҡа ҡул ҡуйҙы.
Льгота йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе бюджет бүлегендә уҡыған уҡыусыларға ҡағыла. Бындай студенттарҙы бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү тәртибен Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй.
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һүҙҙәренсә, урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары араһында ғаиләләренең табышы түбән булған балалар күп, шуға бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү улар өсөн айырыуса көнүҙәк. Шуның менән бәйле студенттар өсөн социаль шарттарҙы яҡшыртыу эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға һәм абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә.
http://www.bashinform.ru/news/1179840-v-bashkirii-studenty-kolledzhey-iz-maloobespechennykh-semey-budut-poluchat-besplatnoe-pitanie/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика