Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2018, 11:15

Өфөлә «Нагель йортон» һаҡ аҫтына алдылар

rutraveller.ru
rutraveller.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә республика Хөкүмәте ҡарары менән Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса урынлашҡан «Нагель йорто» мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһын һаҡлау раҫланды.
Документ объекттың сиктәрен һәм ярамаған үҙгәрештәр регламентын билдәләй.
Элекке Бесәнле һәм Александровка урамдары киҫешендәге йорт 19 быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән, иң башта бер ҡатлы йорт Бобровтар ғаиләһенеке булған. Аҙаҡтан бинаның бер өлөшөн эшҡыуар Густав Нагель һатып алған. 20-се быуат башында башня менән икенсе ҡаты төҙөлгән. Ул йәшәп торорға ҡуртымға бирелгән, ә беренсе ҡатында күлдәк, тултырма магазиндары, типография һәм мисәт эшләү буйынса оҫтахана булған.
Совет осоронда мөйөштәге бинала аҙыҡ-түлек магазины урынлашҡан. Хәҙер уны дөйөм туҡланыу предприятиеһы, ә өҫкө яҡты уҡыу йорто биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1179780-v-ufe-utverdili-okhrannyy-rezhim-doma-nagelya/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: