15:37 (UTC+5), 28 Июнь 2018

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫала тотоу фестиваленә саҡыралар

Depositphotos.com
Depositphotos.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Башҡортостандың Мәләүез районында 14 июлдә икенсегә ҡыҫала тотоу фестивале ойошторола. «Иштуған» мәҙәни-балыҡсылыҡ хужалығында уҙғарылған фестивалдә, йәшенә ҡарамай, теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Республика тәүге ҡыҫала тотоу фестивале былтыр июлдә үткәрелде һәм ҡатнашыусыларҙың юғары баһаһын алды.
«Башҡортостанда ғаилә менән әүҙем ял итеүҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара фестиваль форматында ойошторола, бында килгән һәр ҡунаҡ ҡатнашыусыға әүерелә. Ойоштороусылар тематик һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре, экологик һәм туристик квестар, күңел асыу һәм белем биреү программалары әҙерләгән. Бынан тыш, фестивалдең символы - «Ҡыҫала» арт-объекты эшләнгән. Һәр ҡатнашыусы ҡыҫала тотоу ҡоралы яһап, үҙҙәренең бәхетен һынап ҡарай ала», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы Туризмды үҫтереү үҙәге вәкиле Анастасия Лапина.
Уның һүҙҙәренсә, фестиваль барышында муниципалитеттарҙа туризмды үҫтереүҙең мөһим темаларын тикшереү өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторола. Фекер алышыуҙа республика муниципалитеттары вәкилдәре, шулай уҡ ваҡиғалар туризмын үҫтереү өлкәһендәге белгестәр ҡатнаша.
«Фестивалдә яңғыраған мәғлүмәттәр ҡатнашыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, уның торошо өсөн шәхси яуаплылығын арттырырға ярҙам итер, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләр тип өмөтләнәбеҙ», — тине фестивалде ойоштороусы Сергей Колесников.
http://www.bashinform.ru/news/1179853-zhiteley-bashkirii-priglashayut-na-festival-po-lovle-rakov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика