04:50 (UTC+5), 28 Июнь 2018

Башҡортостан журналисы киң мәғлүмәт сараларының «Рәсәй патриоты-2018» бөтә Рәсәй конкурсында алтын миҙал яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Эльмира Сабирова/. Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ һәм Халыҡ-ара матбуғат клубы киң мәғлүмәт саралары араһында ойошторған «Рәсәй патриоты-2018» бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны. Быйыл еңеүселәр рәтенә Башҡортостандан ике журналист инде.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Кристина Андрианова «Башҡортостандың 100 исеме» циклы сиктәрендә әҙәбиәт эшмәкәрҙәре тураһында тапшырыуҙары өсөн «Беҙ — рәсәйҙәр!» номинацияһында «Телевидение» категорияһында беренсе урын һәм алтын миҙал яуланы. Конкурсҡа Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжми һәм Рәми Ғарипов, Сыуашстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Яков Ухсайҙың тормошо һәм ижады тураһында тапшырыуҙар ебәрелгән.
«Башҡортостандың 100 исеме» - сағыу шәхестәрҙең яҙмышы күҙлегенән Башҡортостандың ойошторолоу һәм үҫешеү тарихы тураһында һөйләгән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының уникаль проекты, — тип һөйләй Кристина Андрианова. — «Минең ҡанатым» унда - процестың әҙәби яғы тип әйтергә була. Бурыс – 26 минут эсендә күп ҡырлы, экспрессив осорҙағы күренекле шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың, тәржемәселәрҙең тормош һәм ижад асылын күрһәтеү. Был ҡыҙыҡлы проект – үҙ һөнәре оҫталарының эш һөҙөмтәһе. Монтаж режиссеры Владислав Уваровты һәм төп фекер авторы Гүзәл Хәсәнованы айырып әйтәһем килә. Бөгөн һәр сығарылыш өсөн баш мөхәррир Гүзәл Хәмитова яуаплы. Киләсәктә цикл тапшырыуҙары телевидение фондында лайыҡлы урын алыр тип ышанабыҙ».
Кристина Андрианова-Книга үҙенең шиғри талантына күрә республикала һәм унан ситтә яҡшы таныш. Ул – матбуғат журналистикаһы һәм тәржемәләр буйынса бик күп конкурстар еңеүсеһе. Телевидение журналистары конкурстары араһында – был уның уңышҡа өлгәшкән тәү тәжрибәһе.
Гәзит авторҙары араһында «Башҡортостан» нәшриәт йортоноң Благовар районы гәзите хәбәрсеһе Эльвира Нәзимова «Контрразведчик СМЕРШа Николай Апсаликов» материалы өсөн «Тыуған илемә хеҙмәт итәм» номинацияһында өсөнсө урын менән билдәләнде.
Бүләкләү тантанаһы 26 июлдә Ҡазанда үтә. Шунда уҡ «Рәсәйҙең заманса киң мәғлүмәт сараларында илһөйәрлек» темаһына түңәрәк өҫтәл була.
http://www.bashinform.ru/news/1179333-zhurnalist-iz-bashkirii-zavoevala-zolotuyu-medal-vserossiyskogo-konkursa-smi-patriot-rossii-2018/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика