12:35 (UTC+5), 27 Июнь 2018

Республиканың ике районында яңы прокурорҙар тәғәйенләнде

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.Рәсәйҙең Генераль прокуроры бойороҡтары менән кесе юстиция советнигы Артур Ғибәҙуллин — Башҡортостандың Миәкә районы прокуроры, ә кесе юстиция советнигы Булат Ғәлиәкбәров Балтас районы прокуроры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Артур Ғибәҙуллин 1985 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. 2007 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2009-2010 йылдарҙа Шишмә район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе булып эшләгән. 2010-2013 йылдарҙа Салауат ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы вазифаһын биләгән. 2013-2016 йылдарҙа – Салауат ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы. 2016 йылдан 2018 йылдың июненә тиклем Салауат ҡалаһы прокуроры урынбаҫары булып эшләгән.
Булат Ғәлиәкбәров 1986 йылда Борай районының Борай ауылында тыуған. 2009 йылда ул «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2010-2015 йылдарҙа Борай районы прокуроры ярҙамсыһы вазифаһын биләгән. 2015 йылдан алып 2018 йылдың июненә ҡәҙәр Борай районын прокуроры урынбаҫары булып эшләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1179180-v-dvukh-rayonakh-bashkirii-naznacheny-novye-prokurory/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика