03:19 (UTC+5), 27 Июня 2018

Республикала Йәштәр көнөн ҡайҙа һәм нисек билдәләйҙәр

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 14 йәштән 35 йәшкәсә рәсәйҙәр 27 июнде ысын мәғәнәһендә үҙенең байрамы тип иҫәпләй ала. Илдә Йәштәр көнө билдәләнә. «Башинформ» агентлығы республиканың район-ҡалаларында йәштәр көнөн байрам итеү программаһын әҙерләне.
ӨФӨ
27 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тә – Иван Яҡутов паркы. «Сәләмәт милләт» тигән квест һәм концерт-уйын программаһы.
Сәғәт 3-тә — 32-се спорт мәктәбенең стритбол майҙансығында: мини-футбол, пляж волейболы, шахмат, шашка, нард ярыштары, «Күңелле старттар» эстафетаһы.
Был көндә теләгән һәр кем ГТО нормативтарын тапшыра ала. «Ҡашҡаҙан» паркында: «Тормошҡа эйе тип әйт!» проекты сиктәрендә «Ҡыйыу саҡырыу» челендж-геймы.
Сәғәт 6-ла – «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы: ижади коллективтарҙың, «XBAND» төркөмөнөң сығыштары, «Ихата чемпиондары лигаһы. Йәйге старт» спорт уйындары, оҫталыҡ дәрестәре.
Киске 7-лә – «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында: «Рәсәй йәштәре» фотозонаһы, футбол буйынса ғаилә чемпионаты, квадроциклдарҙа йөрөү, автоматты һүтеп-йыйыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, дартс һәм башҡалар.
7 июлдә «Мега» сауҙа комплекстары селтәре алдында йәштәрҙе төрлө тематик майҙансыҡтар: экстрим, спорт зоналары, street art, бейеүҙәр, аҙыҡ-түлек һәм урам кейеме маркеты көтә. Сараның хедлайнеры – популяр «Каста» төркөмө.
СТӘРЛЕТАМАҠ
27 июндә иртәнге 10-да А.П.Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайынан Ирекмән йылы экваторына арналған квест башлана.
29 июндә киске 6-ла — автомобилдәр квесты. Старт - «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайынан.
30 июндә иртәнге сәғәт 10-да ҡала хакимиәте янындағы туҡталҡала велойөрөшкә старт бирелә. Сәғәт 4-тә «Содовик» комплексының футбол майҙанында сағыу күңел асыу программаһы һәм әүҙем йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы була. Киске 6 тула 10 минутта көндөҙгө салют башлана. 6-ла «Стәрлетамаҡ-2» һәм «Сармат» (Өфө) футбол командалары араһында футбол уйыны уҙа.
1 июлдә көндөҙгө 2-лә Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында дөйөм ҡала пикнигы була. Программала «Коктейль» кавер-төркөмөнөң сығышы, оҫталыҡ дәрестәре, спорт, уйын һәм балалар зоналары ҡаралған.
ТУЙМАЗЫ
«Спартак» стадионында Туймазы ҡалаһы һәм районы халҡын Йәштәр субмәҙәниәте фестивале көтә.
ИШЕМБАЙ
30 июндә көндөҙгө 12-лә В.Ленин исемендәге майҙанда: Strong man көс экстримы, сәғәт 4-тә – йорт хайуандары күргәҙмәһе һәм авто-мотошоу.
http://www.bashinform.ru/news/1178925-gde-i-kak-v-bashkirii-otmetyat-den-molodezhi-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика