Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2018, 11:35

Эҫелек Өфөлә киләһе аҙнала сигенә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан халҡы бына инде бер аҙна ысын йәйге эҫелек менән рәхәтләнә. Көндөҙ термометр күрһәткесе +31 градустан юғары күтәрелә. Бындай һауа торошо, «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә киләһе аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Һирәк-һаяҡ ямғыр болоттары килеп сығыуы мөмкин.
Эҫелек киләһе ял көндәрендә сигенә. Атап әйткәндә, 7 июлдә һауа температураһы 18 градусҡаса төшә. 8 июлдә термометр күрһәткесе +13 градус билдәһендә туҡтай. Бындай һауа торошо дүрт көн дауам итә. Һуңынан республиканың баш ҡалаһына йәнә 30 градуслы эҫе көндәр ҡайта.
http://www.bashinform.ru/news/1179145-zhara-v-ufe-spadet-na-sleduyushchey-nedele/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: