Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июнь 2018, 13:43
Башҡортостанда Стәрлетамаҡ физик культура институтын яптылар
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Урал дәүләт физик культура университетының Стәрлетамаҡ филиалын яптылар. Ләкин борсолорға урын юҡ, студенттарҙы Башҡортостан физик культура институты ҡабул итергә әҙер.
Юғары уҡыу йортоноң сайтында билдәләнеүенсә, шул уҡ белем алыу формаһына күсергә мөмкин (йәғни бюджет, коммерция, көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаһы менән). Белем биреүҙең барлыҡ йүнәлештәре лә һаҡлана. Өҫтәмә мәғлүмәтте факультет деканатында (телефон – 8(347) 273-90-21), шулай уҡ Башҡортостан физик культура институтының кадрҙар бүлегендә алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1179005-v-bashkirii-zakryli-sterlitamakskiy-institut-fizicheskoy-kultury-/
Теги:
мәғариф
вуздар
Читайте нас: