07:30 (UTC+5), 26 Июня 2018

Башҡортостанда ҡыҙылса буйынса эпидемик хәл көсәйә

rd.com
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда ағымдағы йыл башынан алты ҡыҙылса менән ауырыу осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте республика буйынса Роспотребнадзор етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина.
Бер осраҡ лаборатор рәүештә Туймазы районында раҫланған, ике – Өфө районында һәм өс – Өфө ҡалаһында. Был берҙән-бер ауырыу усағы түгел, ти белгестәр, бөтә осраҡтарҙың да үҙ-ара бәйле булмауы билдәле.
Хәлде Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контролгә алған. Хәҙер ҡыҙылса асыҡланған биләмәләрҙә прививка яһалмаған халыҡҡа пландан тыш вакцинация эшләнә, өҫтәмә ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина алыуға һоратыу ебәрелгән, йоғошло ауырыу мониторингы буйынса эш алып барыла.
2016-2017 йылдарҙа Башҡортостанда берешәр ҡыҙылса осрағы теркәлгән – эпидемик хәл республикала имен булараҡ баһаланған.
Был ауырыуҙы иҫкәртеүҙең берҙән-бер һәм иң ышаныслы алымы – ул вакцинация, ти белгестәр. Ата-әсәләрҙең балаларына ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһатыуҙан күпләп баш тартыуы онотолған вирустың кире ҡайтыу сәбәптәренең береһе тип атай эпидемиологтар. Шулай уҡ ҡыҙылса менән ауырыуҙың үҫешенә Рәсәйгә күпләп ингән мигранттар йоғонто яһай.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа төбәк бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, Европа төбәгендә ҡыҙылса буйынса насар эпидемиологик хәл һаҡлана. Сит илдә сәфәрҙә ҡыҙылсаға ҡаршы иммунитеты булмаған республика граждандарының ауырыу йоҡтороу һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһенә индереү ихтималлығы арта. Шуның менән бәйле республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы граждандарға Европа, шулай уҡ башҡа илдәргә туристик сәфәр алдынан йәш сикләүһеҙ ике тапҡыр иммунизация үтергә кәңәш итә. Прививка схемаһы өсөн йәшәү урыны буйынса терапевҡа мөрәжәғәт итергә.
http://www.bashinform.ru/news/1178500-v-bashkirii-obostryaetsya-epidsituatsiya-po-kori-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика