09:30 (UTC+5), 26 Июня 2018

Башҡортостанда табиптар эҫелә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.Башҡортостанда эҫе көндәр башланды. Бындай һауа торошо башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай. Эҫе ҡабыуҙың билдәләре: тән тиреһе ҡыҙара, лайлалы тиресәләр ҡорой, ныҡ һыуһата, шулай уҡ аңды юғалтырға мөмкин. Әгәр бындай хәл була ҡалһа, тәнде һыуытырға: күләгәлә ултырырға, аҡрын ғына күп итеп һыу эсергә кәрәк.
Медиктар эҫелә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Тәү сиратта физик әүҙемлекте кәметеү һәм һыу эсеүҙе арттырыу зарур. Шуның менән бергә алкоголь, айырыуса ҡаты спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш ителә.
Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған осорҙа - көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем бина эсендә ҡалыу яҡшыраҡ.
Кейем һайлағанда еңел һәм тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирергә, баш кейемдәренән баш тартмаҫҡа кәрәк.
Туҡланыу хаҡында һөйләгәндә, табиптар рациондан майлы һәм ауыр, шулай уҡ татлы ризыҡтарҙы алырға һәм йәшелсә-емеш ашарға тәҡдим итә.
Тағы ла бер мөһим мәл – һауаны вентиляторҙар һәм кондиционерҙар ярҙамында һыуытыу. Улар менән бик һаҡ файҙаланыу зарур: һауа ағымы кешегә өрмәҫкә тейеш. Кире осраҡта сирләп китергә мөмкин.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 июндә, көндөҙ термометр бағанаһының 31 градусҡа күтәрелеүе көтөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1178309-v-bashkirii-mediki-napomnili-o-pravilakh-povedeniya-v-zharu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика