08:48 (UTC+5), 25 Июнь 2018

Төбәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн турслет уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 26-29 июндә Мәсетле районында мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында спорт туризмы буйынса сираттағы ярыштар ойошторола. Турслет Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы булышлығында уҙғарыла.
Иң яҡшы спортсылар исемен яуларға республиканың барлыҡ мөйөштәренән 200-гә яҡын ҡатнашыусы килә. Ярыштар ҡатнашыусыларҙың туристик оҫталыҡ кимәлен күтәреүҙән тыш, уларға команда менән бергә эшләргә өйрәтеүгә йүнәлтелгән. Спортсыларҙың оҫталығын беренсе категориялы профессиональ судьялар Михаил Камский һәм Армут Вахов баһалай.
Программала – йәйәүлеләр һәм һыу туризмы, коляскала йүнәлеш алыу һәм велотуризм ярыштары, шулай уҡ формаль булмаған, ләкин ҡатнашыусылар айырыуса яратҡан иң төҙөк һәм хәүефһеҙ лагерь, иң үҙенсәлекле аш-һыу конкурстары.
Спорт туризмы буйынса республика ярыштары ошондай форматта 10 йылдан ашыу үткәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1177595-turslet-dlya-lyudey-v-ovz-proydet-v-bashkortostane-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика