07:25 (UTC+5), 25 Июня 2018

Республикала бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» фольклор байрамы үтә

БР Мәҙәниәт министрлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда традицион бесән сабыу һәм бесән мәле мәҙәниәтен яңыртыу, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү маҡсатында бесәнселәрҙең «Сыңла, салғы!» республика фольклор байрамы уҙа. Байрам 7 июлдә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында үтә, тип хәбәр иттеләр төбәк Мәҙәниәт министрлығында.
Фестивалдә йыйылма йәки ике кешенән торған (1 ир, 1 ҡатын) ғаилә командалары ҡатнаша ала. Ярыштар эстафета формаһында уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙың салғыһы (ҡойоп яһалған), тырмаһы, һәнәге, ҡайрағы, балтаһы булырға тейеш.
Программа сиктәрендә бәйләм (венок) үреү, «Шифалы үләндәр», Land-art — объекттар (бесәндән һәм һаламдан дизайнер һындары эшләү), «Урман ашы» (яланда бесәнселәрҙең аш табыны) конкурстары үтә. Ижади коллективтарҙың: фольклор, музыка ҡоралдары, йыр, бейеү ансамблдәренең һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың сығыштары ҡаралған.
Бесән сабыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризалар 1 июлгә тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1177472-v-bashkirii-proydyet-folklornyy-prazdnik-senokosa-zveni-kosa-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика