18:20 (UTC+5), 25 Июня 2018

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә бер урынға тупланған ҡарышлауыҡтар борсоуға һалған

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда, Учалыла, Мортазин урамындағы йорт янындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа ошо көндәрҙә бик күп ҡарышлауыҡтарҙы күргәндәр. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, бөжәктәр бөтә ҡыуаҡтарҙы кимереп бөткән, хәҙер ҡурсаҡланырға әҙер – үҫентеләр үрмәксе ауы менән ҡапланған. Ҡала халҡы ҡарышлауыҡтарҙың кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин тип уйлай.
«Башинформ» агентлығы ошо һорау менән экспертҡа мөрәжәғәт итте. Республика Балалар экология-биология үҙәге уҡытыусыһы Сергей Герасимов фотоларға ҡарап уларҙың аҫ зелпе көйәһе булыу ихтималлығын билдәләне.
«Аҫ зелпе көйәһе тип уйлайым. Ул кешегә хәүеф менән янамай: тешләмәй, йортҡа үтеп инмәй, ауырыу таратмай. Ҡарышлауыҡ зелпе япраҡтары менән туҡлана. Тиҙҙән ул ҡурсаҡланыр һәм оҙонса аҡ ҡорт йомғағына әүерелер, һуңынан унан күбәләк осоп сығыр», — тип аңлатма бирҙе бөжәктәр буйынса белгес.
Ҡарышлауыҡтар ҡоштарҙан һәм улар менән туҡланырға теләгән башҡаларҙан һаҡланыу өсөн йәшәгән урындарын үрмәксе ауы менән уратып ала, тип өҫтәне Сергей Герасимов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, июнь урталарында Ағиҙел ҡалаһында йәшәүселәр ҙур ҡарышлауыҡтарҙың һөжүм итеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Социаль селтәрҙә баҫылған фотоһүрәттәрҙә ағастарҙы ҡомағай бөжәктәрҙең һырып алғанлығы күренә.
http://www.bashinform.ru/news/1178123-zhiteley-bashkirii-vnov-napugalo-massovoe-skoplenie-gusenits/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика