07:52 (UTC+5), 25 Июня 2018

Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһы-2018: вуздарҙағы бюджет урындарына нисә абитуриент уҡырға инә ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы-2018 дауам итә. Документтар бөтә әҙерлек кимәлдәре һәм формалары буйынса барлыҡ йүнәлештәргә һәм һөнәрҙәргә: бакалавриат, белгеслек, магистратура программаларына ҡабул ителә. Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттары бюджетҡа 9326 студент, шул иҫәптән 5024 бакалавр, 1212 белгес, 3090 магистр алырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн ике мотлаҡ фәндән берҙәм дәүләт имтиханы, шулай уҡ һөнәргә бәйле һайлаған ике-өс имтихан һөҙөмтәләрен тапшырырға кәрәк. Ҡайһы бер вуздар һәм факультеттар үҙҙәренең өҫтәмә ҡабул итеү һынауҙарын ойоштора.
Әгәр абитуриенттар берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инә икән, вуздарға документтар ҡабул итеү 26 июлдә тамамлана. Юғары уҡыу йорто үҙе һынауҙар үткәрһә, документтар ҡабул итеү 10 июлдән дә һуңға ҡалмайынса дауам итергә тейеш. 27 июлдә уҡырға алыу башлана, 29-ында уҡырға алыу тураһында приказ сығарыла. Уҡырға алыу хаҡында икенсе приказ – 3 августа.
Уҙған йылдағы кеүек үк, абитуриенттар биш вузға өс төрлө һөнәргә документтарын тапшыра ала.
http://www.bashinform.ru/news/1177640-priemnaya-kampaniya-v-bashkirii-2018-skolko-abiturientov-mogut-postupit-na-byudzhet-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика