06:45 (UTC+5), 22 Июня 2018

Суд приставтары Өфөләге ҙур сауҙа үҙәген өлөшләтә япты

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһынан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Суд приставтары баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәренең береһенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Был турала Башҡортостан суд приставтарының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фажиғәле эҙемтәләргә юл ҡуймау өсөн, сауҙа үҙәге хакимиәтенең ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, Октябрь районының суд приставтары суд ҡарарын тиҙ генә үтәне — «Сипайлово» сауҙа-сервис комплексының «Б» блогын файҙаланыуҙы тыйҙы.
«Ҡарар Өфөнөң Октябрь районы прокуратураһы дәғүәһе буйынса ҡабул ителде. Күҙәтеү ведомствоһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уҙғарған тикшереү барышында «Сипайлово» сауҙа үҙәгенең «Б» блогында террорға ҡаршы һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын тәьмин итеү буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланды», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, был секцияла автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы, иҫкәртеү һәм халыҡты эвакуациялау менән идара итеү системалары эшләмәй. Һыу менән янғын һүндереү һәм төтөнгә ҡаршы вентиляция системалары төҙөк түгел, өс эвакуация сығыу юлының икәүһе металл тәҙрә ҡапҡасы менән ҡапланған.
Суд приставтары сауҙа комплексы бинаһына пломба һалды. Улар пломбаларҙың именлеген даими тикшереп торорға тейеш. Сауҙа үҙәгенә асыҡланған янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре етешһеҙлектәрен бөтөрөү саралары менән мәшғүл кешеләргә генә инергә мөмкин.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Өфөлә янғын хәүефһеҙлеген боҙған «Планета» сауҙа үҙәгенә, «Көнсығыш клубы» үҫеш клубына һәм «Экватор» сауҙа үҙәгенә 156 мең һумлыҡ штраф һалынды.
http://www.bashinform.ru/news/1176833-sudebnye-pristavy-priostanovili-deyatelnost-krupnogo-torgovogo-tsentra-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика